Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 декабргә ҡарай төндә ведомствоға Яңауыл ҡалаһында мунса комлпексындағы бассейнда 11 йәшлек баланың ҡулын торбаға тығыуы тураһында хәбәр итәләр.
Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар мотопомпа ярҙамында бассейндағы һыуҙы һурҙыра. Һуңынан перфоратор ярҙамында бетон стенаның бер өлөшөн емерәләр. Ҡотҡарыу операцияһы алты сәғәт бара. Бәхеткә күрә ул уңышлы тамамлана, малай иҫән-һау ҡала.
Хөрмәтле ата-әсәләр, һыуҙа, бассейнда, йылға һәм күл буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Яңауылда булған осраҡ башҡа ҡабатланмаһын ине..
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.