5 декабрҙә төндә Туймазы районының Покровка ауылында күп балалы ғаиләнең йорто янған. Шартлаған тауышҡа һәм тынды быуған төтөнгә йоҡлап ятҡан ҡатын кеше уяна. Ул хәлдең хәүефле икәнлеген шунда уҡ аңлап, ирен уята.
Уйларға ваҡыттары булмай: атай менән әсәй бер нисә минут эсендә биш, һигеҙ һәм 10 йәшлек улдарын уятып, уларҙы урамға сығара, ә бер йәшлек ҡыҙҙы күтәреп алып сығалар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм ирекле янғын һүндереүселәр берлектә 70 квадрат метр майҙанға таралған утты һүндергән. Йорт йәшәүгә яраҡһыҙ. Зыян күреүселәр юҡ.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Йортоғоҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.