Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында шәхси йортто һүндергәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған 57 йәшлек ирҙе тапҡан. Янғын 48 квадрат метр майҙанда һүндерелгән. Янғын һәләк булғандарҙың тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ булыу арҡаһында килеп сығыуы ихтимал, тип белдерәләр ведомствонан.
Көйөргәҙе районының Яманһары ауылында төндә шлакоблок мунсаһы янып киткән. Янғын тураһында бик һуңлап хәбәр иткәндәр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр янғын һүндереү командаһы ярҙамға килгәндә мунсаны ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 36 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Янғын сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре асыҡлай, урында тәфтиш-оператив төркөмдәр эшләй.
ФАЖИҒӘГӘ ЮЛ ҠУЙМАҒЫҘ:
Өлкән йәштәгеләрҙе, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.