Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2024, 06:30

Еңел автомобилдең алды иҙелгән

Фажиғәле хәл бөгөн иртәнсәк булған.

Еңел автомобилдең алды иҙелгәнЕңел автомобилдең алды иҙелгән
Еңел автомобилдең алды иҙелгән

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Благовещен районында һәләк булғандар менән юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 7-се яртыла “Лада Гранта” автомобиле водителе Өфө ҡалаһын көнбайыштан урап уткән юлдың 50 километрында хәрәкәт иткәндә “Вольво” йөк автомобиле менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдәге водителе һәм пассажиры ваҡиға урынында уҡ һәләк була.

Ошо уҡ юлдан хәрәкәт иткән “Ниссан” автомобиле водителе, юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң юлда булған автомобилдәр менән бәрелешмәҫ өсөн, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға, унда “Тойота” автомобиле менән бәрелешә.

Был аварияла "Лада" автомобиленең тағы ла бер пассажиры һәм “Ниссан” салонында ултырған 10 йәшлек ҡыҙ зыян күрә. Улар ашығыс медицина ярҙамы автомобилендә дауаханаға оҙатыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Ваҡиғаның бөтә сәбәптәре асыҡлана.

Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/6849.

Еңел автомобилдең алды иҙелгән
Еңел автомобилдең алды иҙелгән
Еңел автомобилдең алды иҙелгән
Еңел автомобилдең алды иҙелгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас