Иртәгә Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, көрт һаласаҡ. Шулай уҡ ел тиҙлеге секундына 16 метрға етә.
Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, көньяҡ-көнсығышта -17, -22 градус буласаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Улар янында машина ҡуймағыҙ, был хәүефле булыуы мөмкин;
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, тайғалаҡ юлдарҙың төп үҙенсәлеге — машина йөрөткәндә юлдың туҡтау юлы арта һәм машинаны боролоштарҙа ситкә алып китә. Тиҙлек режимын теүәл үтәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙ уҙып китеү ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Рәмилә Мусина фотоһы.