Хәүефһеҙлек
10 Декабрь 2024, 05:00

Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...

Башҡортостанда фермерҙы һәм уның ҡатынын үлтереү буйынса яңы мәғлүмәттәр асыҡланды

Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...
Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...

 Белорет районының Ишле ауылында 59 йәшлек Олег Полетавкин һәм уның ҡатыны Валентина ферма тотҡан. Унда Свердловск һәм Кемерово өлкәләренән 49 һәм 36 йәшлек ике ир эшләгән. Улар эшҡыуарҙы таларға ҡарар итә. 5 декабрҙә Олег бесән артынан китә, ә Валентина өйҙә ҡала. Ирҙәр уны балта менән башына һуғып үлтерә, шунан сейфтан ике мылтыҡ, патрондар, аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлай. Бер аҙҙан ҡайтып ингән Олегты атып үлтерәләр. Енәйәтселәр, мәйеттәрҙе тоҡтарға төрөп, йылға буйынса алып бара. Һуңынан үҙҙәре йорт хужаһының “Toyota Hilux” пикабында ҡаса. 6 декабрь иртәнсәк эшҡыуарҙың кейәүе өйҙәге енәйәт эҙҙәрен таба һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Һыу буйында мәйеттәр табыла.

Урланған автомобиль билдәләре бөтә постарға таратыла. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре машинаны Иглин районында күреп ҡала һәм туҡтауҙарын һорайҙар, әммә тегеләр туҡтарға уйламай. Полиция хеҙмәткәрҙәренә табель ҡоралынан атырға тура килә. Водитель идараны юғалтып, юлдан ситкә сыға. Ирҙәрҙең береһенең ҡулында карабин булған.

Ғәйепләнеүселәр ҡулға алынған, уларға 8 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай. 8 декабрҙә ир-егеттәр тикшереү ваҡытында һаҡ аҫтына алына.

Мәғлүм булыуынса, улар ир менән ҡатынды ҙур булмаған бурыстары өсөн үлтергән. Шулай уҡ енәйәтселәр махсус хәрби операцияға ебәреүҙәрен һораған.

Фото: скриншот.

Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...
Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...
Бындай яуызлыҡтан сәстәр үрә торорлоҡ...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас