Хәүефһеҙлек
10 Декабрь 2024, 06:30

Республикала тағы ла юлдар ябылды

Хәүефле өс йүнәлеш билдәле

Республикала тағы ла юлдар ябылдыРеспубликала тағы ла юлдар ябылды
Республикала тағы ла юлдар ябылды

Бөгөн 10.00 сәғәттән Башҡортостанда өс юл участкаһындағы юлдарҙа йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте сикләнде. Был һауа шарттары насар булыуға бәйле – ҡар яуа, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлеген насарайған.

ХӘҮЕФЛЕ ӨС ЙҮНӘЛЕШ:

???? Өфө – Бөрө – Яңауыл  юлының 33 – 214 километр арауығында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары);

???? Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы  юлының 0 – 254 километр арауығында (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан, Ҡыйғы райондары)

????  Борай – Иҫке Балтас  – Көйәҙе юлының 0 – 98 километр арауығында (Борай һәм Балтас райондары).

Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 15: 00 сәғәт.

Мөмкин булһа, юлға сыҡмағыҙ!

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас