Көйөргәҙе районының Молокан ауылында күп балалы ғаилә йортонда янғын сыҡҡан.
Ағас йортто һүндерергә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр килә. Ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем һигеҙ кеше, шул иҫәптән ете бала, үҙаллы өйҙән сығып өлгөргән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе алдан асыҡлауынса, янғын ауылда электр уты булмаған саҡта йортто яҡтыртыу шәмде ҡулланғанда һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Янғын сыҡҡан мәлдә йортта 39 йәшлек ҡатын һәм уның балалары – 11, 8, 5, 4, 2 йәшлек һәм яңы тыуған сабый булған, шулай уҡ ҡунаҡҡа килгән 12 йәшлек ҡыҙ.
Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәйәсәк.
Республикала көн дә тиерлек ошондай осраҡтар булып тора - утта кешеләр ғүмере өҙөлә, мөлкәтһеҙ, йортһоҙ тороп ҡалыусылар ҙа бихисап. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә ҡалмаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, йорт-фатирығыҙға иҫкәртеү ҡорамалын ҡуйығыҙ, йортоғоҙҙо страховкалау сараһын күрегеҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡорртостан буйынса Баш идаралығынан.