9 декабрҙә төндә Туймазыла ҡурҡыныс авария булды. 13 йәшлек үҫмер хужаһыҙ һәм асҡысы эсендә торған машинаны күреп ҡала һәм унда дуҫтары менән йөрөргә була. Һөҙөмтә насар: машина түңкәрәлә, малай урында йән бирә, дуҫтары – 15 һәм 17 йәшлек малайҙар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Был хәл тураһында билдәле булыу менән интернетта бәхәс сыҡты. Берәүҙәр 13 йәштә үк кеше машинаһын урлап рулгә ултырған үҫмерҙе әрләне, икенселәр балалыҡтан да сығып бөтмәгән малайҙы йәлләне.
“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәрселәре һәләк булған малайҙың кемлеген асыҡлаған. Уның тормошо тыуғандан алып бик шәптән булмаған шул. Әсәһе үлгән, ә атаһы эскән. Шуға күрә уны ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Башҡа туғандары булмағас, ул ике йыл элек Бәләбәйҙәге балалар йортона эләгә.
Иптәштәре әйтеүенсә, уны балалар йортонда йәберләмәгәндәр, ләкин ул тәүге көндән ауыр холҡон күрһәткән. Күрәһең, ғаиләһендә алынған психологик йәбер үҙен белдергәндер. Авария төнөндә малай дуҫтары менән йөрөп килер өсөн приюттан ҡасҡан. Әйткәндәй, 17 йәшлек үҫмер шулай уҡ ошо приютта тәрбиәләнеп, күптән түгел унан сыҡҡан булған.
Дуҫтары әйтеүенсә, тәүҙә рулдә икенсе малай ултырған, аҙаҡ улар алмашҡан. 13 кенә йәшлек үҫмер машинаға идараны юғалтҡан.
Автомобилде бикләмәй һәм эсендә асҡысын водитель-ҡатын ҡалдырып киткән.
Һәләк булған малайҙың дуҫтары уның хулигандарса холҡона ҡарамаҫтан яҡшы иптәш булыуын, һәр саҡ ярҙамға килеүен билдәләгән. Ул шаян булған һәм һәр саҡ дуҫтарын көлдөрөргә сәбәп тапҡан.
Нисек кенә булмаһын, йәшәп тә өлгөрмәгән малай һәләк булды ҙәм бик йәл. Әлеге ваҡытта был авария сәбәптәре һәм ни өсөн баланың приюттан сығып китеүе тикшерелә.
Фото: "КП-Өфө".