Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2024, 16:10

"Теге донъя"ға күскән балаһы ярҙамында аҡса эшләгән...

Был хәл дүрт йыл буйына дауам иткән.

"Теге донъя"ға күскән балаһы ярҙамында аҡса эшләгән..."Теге донъя"ға күскән балаһы ярҙамында аҡса эшләгән...
"Теге донъя"ға күскән балаһы ярҙамында аҡса эшләгән...

Ишембай ҡалаһында бер ҡатын мутлашыу статьяһы буйынса суд алдына баҫасаҡ. Был турала республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

45 йәшлек ҡатын 2013 йылдан инвалид тип танылған ҡыҙын ҡарағаны өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәр алған. 2020 йылдың апрелендә балаһы үлеп ҡалһа ла, әсә кеше был турала Пенсия һәм социаль страховкалау фондына хәбәр итмәй, аҡса алыуын дауам иткән. 2020 йылдың майынан 2024 йылдың мартына тиклем ҡатындың картаһына яҡынса 1,5 миллион һум аҡса килгән. Был түләүҙәр менән ул нисек теләй - шулай ҡулланған.

Һөҙөмтәлә ҡатынға ҡарата "Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше асҡандар. Ул ғәйебен танып, дәүләткә бурысын кире ҡайтарған. Әлегә тикшереүҙәр бара.

Фото: Ксения Калинина (Башинформ).

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас