Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2024, 09:00

Тюбингта китеп барғанда ғүмере өҙөлә

Машинаға таҡтырылған шыуғыстарҙа ултырған ҡыҙҙар хәрәкәт ваҡытында ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм...

Тюбингта китеп барғанда ғүмере өҙөләТюбингта китеп барғанда ғүмере өҙөлә
Тюбингта китеп барғанда ғүмере өҙөлә

Ҡот осҡос хәл 9 декабрҙә Красноярскиҙа була. Ике ҡыҙ автомобилгә таҡтырылған тюбингта йөрөргә сыға. Рулдә 27 йәшлек ир була. Хәрәкәт ваҡытында шыуғыстар ҡаршы һыҙатҡа барып сыға һәм ике үҫмер ҡаршыға килгән автомобиль аҫтында ҡала. 17 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ һәләк була. Уның 20 йәшлек әхирәте ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Билдәле булыуынса, ҡаршылағы машинаның руле артында ведомство хеҙмәткәре була. Шул уҡ ваҡытта ул юлда йөрөү ҡағиҙәләрен боҙмауы һәм рөхсәт ителгән тиҙлектә барыуы мәғлүм.

Әлегә фажиғә буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереүҙәр бара.

Һуңғы йылдарҙа ҡышҡыһын автомобилгә тюбингтар, саңғылар таҡтырып йөрөү “мода”ға инеп китте. Зинһар өсөн, “Уйындан уймаҡ сыға” тигән мәҡәлде онотмағыҙ: ошолайтып йөрөүҙең  аҙағы үкенесле тамамланыуы бар... Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бигерәк тә балаларығыҙға өйрәтегеҙ!

Фото: “МВД 24” видеонан скрин.

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас