Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2024, 09:00

26 йәшлек егет һәләк булған

 Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта...

26 йәшлек егет һәләк булған26 йәшлек егет һәләк булған
26 йәшлек егет һәләк булған

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә сәғәт туғыҙ тирәһендә Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлының 45-се километрында 26 йәшлек водитель, “ВАЗ-2112” автомобилендә Өфө яғынан Благовещен ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм “Дав” йөк автомобиле менән бәрелешә.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта еңел автомобиль юлдан ситкә осоп сыға. “ВАЗ-2112” автомобиле водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк була. Йөк автомобиле лә юлдан ситкә сыға, ундағы 52 йәшлек водитель зыян күрмәгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары һәләк булған 26 йәшлек егетте гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралы ярҙамында автомобилдән сығара.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:

  • транспортта хәрәкәт иткәндә бик һаҡ булығыҙ һәм тиҙлекте кәметегеҙ! Алда барған машинаға яҡын бармағыҙ, араны арттырығыҙ, ҡайышты тағырға онотмағыҙ.
  • Ҡатмарлы участка йәки боролош алдынан хәрәкәт тиҙлеген кәметегеҙ. Уҙып киткәндә тәүҙә уның хәүефһеҙлегенә инанығыҙ.

Һауа торошо боҙолдо - республикала ҡар яуа, буран, юлдарҙа һырынты, шуға ла бындай ваҡытта юлға сыҡмай тороғоҙ.   

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

26 йәшлек егет һәләк булған
26 йәшлек егет һәләк булған
26 йәшлек егет һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас