Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәрҙә отпусктан фото менән бүлешкән. Ул әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Мальдивала ял итә. Фотоның аҫтында бер ҡатын дәғүәләрен белдереп, яҙма ҡалдырған: “Бындай ял кем иҫәбенә? Рөстәм үҙенең намыҫын һатты! Алдаҡсы!” – тигән ул.
Баҡтиһәң, Башҡортостанда йәшәгән ҡатын мутлашыусыларға эләккән. Билдәһеҙ кешеләр Нәбиевтең фейк битләүен төҙөп, йәнәһе лә, “Яңы йыл сюпризын” алыу өсөн комментарийҙарҙа һылтанма ҡалдырған. Һылтанма аша үткәндә, ҡулланыусылар фишинг-сайтҡа барып эләккән. Унда ҙур ғына суммала аҡса алып булыуы, тик бының өсөн тәүҙә дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк булыуы тураһында яҙылған. Тиҙ ышаныусан кешеләр ошо рәүешле аҡсаларын юғалтҡан да инде.
Рөстәм Нәбиевтең башҡа яҙылыусылары ҡатынға уның мутлашыусыларға эләгеүе тураһында аңлатҡан. Шулай ҙа зыян күреүсе блогерҙың да ғәйебе бар, тип һанай, сөнки ул үҙенең битләүендәге шикле комментарийҙарҙы ваҡытында юйып бармаған.
- Мутлашыусылар минең битләүемдең күсермәһен төҙөүе хаҡында күп тапҡыр хәбәр иткәнем булды. Мин был хәлде күҙәтә алмайым, был мөмкин түгел. Мутлашыусылар һәр ваҡыт буласаҡ. Миңә һәр бер комментарийҙы ҡарап барыр өсөн көнө-төнө социаль селтәрҙәрҙә ултырырғамы ни? – тип яуап биргән Рөстәм Нәбиев.
Дуҫтар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ошо осраҡта билдәле блогерҙең ғәйебе ысынлап та бармы икән?
Шул уҡ ваҡытта хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: мутлышусыларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарҙы алмаҫҡа тырышығыҙ. Әгәр ҙә еңел аҡса вәғәҙә итһәләр – бөтөнләй һөйләшмәгеҙ.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәре.