Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 16 декабрҙә, иртәнге сәғәт туғыҙҙа Бүздәк – Саҡмағош автомобиль юлының 22-се километрында Дүртөйлө ҡалаһы яғынан Бүздәк ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткән “Шевроле Нива” ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Рено Каптюр” автомобиле менән бәрелешә.
“Шевроле Нива” автомобилендәге 66 йәшлек водитель ваҡиға урынында вафат була. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһында “Рено Каптюр”ҙағы 54 йәшлек пассажир зыян күрә.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған ял көндәрендә Рәсәй юлдарында 523 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 51 кеше һәләк булған һәм 679 кеше йәрәхәтләнгән. Һәләк булғандарҙың 15-е йәйәүле, ҡалған 36-һы – водитель.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юл ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ!
Фото сығанағы: @V_Sevastyanov