Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2024, 09:00

Ауыр хәбәр алдыҡ...

Юғалған уҡыусы ҡыҙ үле килеш табылған. 

Ауыр хәбәр алдыҡ...Ауыр хәбәр алдыҡ...
Ауыр хәбәр алдыҡ...

Өфөлә ҡыҙ бала юғалыуы тураһында алдан хәбәр иткәйнек инде. Ҡыҙыҡай шәмбе көндө дәрестән һуң атаһының ғаризаһы буйынса интернаттан сығып, бер туған ағаһына барған. Кискә ҡарай унан сыҡҡан һәм юғалған.

Баланы ике көн дауамында йөҙәрләгән ирекмәндәр, полиция эҙләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик ауыр хәбәр килде: ул үле килеш табылған. Был турала үҙ сығанағына таянып “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, видеокүҙәтеү камералары буйынса уҡыусы ҡыҙҙың маршрутын ҡарағандар, һуңғы тапҡыр уны “Мәктәп” туҡталышында күргәндәр.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыҡай үле килеш табылды. Яҡынса, ул был тормоштан үҙе киткән”, – тигән сығанаҡ.

Әле килеп сыҡҡан хәлде хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшерә.

“Мәғариф һәм фән министрлығына булған фажиғә тураһында билдәле. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп сыҡҡан хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Беҙ уҡыусының ата-әсәһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, - тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

"Башҡортостан" гәзите ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм яҡындарына сабырлыҡ теләй. 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас