Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2024, 15:10

Үлем осраҡтарын кәметер өсөн

Башҡортостанда 2024 йылдың 11 айында республика юлдарында 2 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 677 осраҡҡа йәки 20,2 процентҡа кәмерәк.

Үлем осраҡтарын кәметер өсөнҮлем осраҡтарын кәметер өсөн
Үлем осраҡтарын кәметер өсөн

17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Көн тәртибендә - юлдарҙағы авария күрһәткестәре һәм ошо йүнәлештәге хәлде яҡшыртыу буйынса саралар.

Вице-премьер ил Президенты юл-транспорт ваҡиғаларында үлемде 2030 йылға – бер ярым тапҡырға, ә 2036 йылға ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйғанын билдәләне.

– Илдең юл каркасын үҫтереү буйынса эштә юлдарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыу һәм мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең - водителдәрҙең, пассажирҙарҙың, йәйәүлеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу беҙҙең төп бурыс булып тора, – тине Марат Хөснуллин. - Уҙған йыл менән сағыштырғанда юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарының 0,7 процентҡа кәмеүен күрәбеҙ. Билдәләп үтергә кәрәк, объектив сәбәптәрҙе - автомобилләштереүҙең һәм хәрәкәттең интенсивлығының артыуын, йөк һәм пассажирҙар ағымы йүнәлештәренең үҙгәреүен иҫәпкә алып, бындай динамиканы йылдан-йыл тотоу ауырлаша бара. Мәҫәлән, ҡайһы бер федераль трассаларҙа хәрәкәт көсөргәнешлелеге 10 проценттан 100 процентҡа тиклем артыуын күрәбеҙ, һуңғы ике йылда уртаса күрһәткес 20-30 процентҡа үҫкән. Шуға күрә тәү сираттағы бурыстарыбыҙ - юлдарҙа авариялар һәм үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә заманса ысынбарлыҡтан сығып, хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар әҙерләү менән дә системалы шөғөлләнеү.

Ултырышта ҡатнашыусылар Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу стратегияһы проектын әҙерләүҙе лә тикшерҙе. Ул “Йәшәү өсөн инфраструктура” тигән яңы милли проектҡа яраҡлаштырыласаҡ.

Марат Хөснуллин губернаторҙарға юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә аварияларҙы, үлемде кәметеү буйынса эш пландарын әҙерләүҙе һәм үтәүҙе үҙ контроленә алырға, шулай уҡ төбәк биләмәһендә автомобилләштереү динамикаһын баһаларға ҡушты. Вице-премьер йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлегенә һәм балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне.

Башҡортостанда 2024 йылдың 11 айында республика юлдарында 2 675 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 677 осраҡҡа йәки 20,2 процентҡа кәмерәк.

2024 йылда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн республикала 200 метр оҙонлоҡта 56 саҡрым юл һәм күпер төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән, һигеҙ күпер һәм 1300 саҡрым юл норматив хәлгә килтерелгән. Бынан тыш, 86 яңы светофор объекты, 278 саҡрым барьер һәм йәйәүлеләр ҡоймаһы ҡуйылған, 18 873 юл билдәһе яңыртылған. Юлда - 285 яһалма тигеҙһеҙлек, ә юл буйҙарында 84 саҡрым тротуар һәм 308 саҡрым яһалма яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас