Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2024, 14:00

Аварияла ҡатын һәләк булған

Водитель ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған...

Аварияла ҡатын һәләк булғанАварияла ҡатын һәләк булған
Аварияла ҡатын һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн сәғәт 11 тирәһендә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 71-се километрныда 41 йәшлек водитель “Фольксваген Поло” автомобилендә, Мәләүез ҡалаһы яғынан Өфө ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, уң кюветҡа килеп бәрелә һәм ауҙарыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажир, 60 йәшлек ҡатын, алған тән йәрәхәттәренән урында уҡ вафат була. Водитель ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Авария урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Фото сығанағы: @bash_gibdd

Аварияла ҡатын һәләк булған
Аварияла ҡатын һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас