Һуңғы ваҡытта Рәсәй кешеләренең сит илгә ялға барғанда, фажиғәле хәлгә тарып, үлем осраҡтары йышайҙы.
Саранскиҙа йәшәгән 25 йәшлек ҡыҙ Катарға киткән һәм шунда һәләк булған. Уны аҡ табутта ерләгәндәр. Был хаҡта "Комсомальская правда" баҫмаһы хәбәр итә.
Фажиғәле хәл Катарҙың баш ҡалаһы Доха ҡалаһында булған. Анастасия исемле ҡыҙҙы ҡунаҡхана тәҙрәһе төбөндә табалар. Табиптар уға ярҙам итә, әммә ҡыҙ бик ныҡ имгәнгән була. Анастасияның нисек үлеүе хәбәр ителмәй.
Саранскиҙа ул маникюр яһаусы булып эшләй, клиенттарына, тиҙҙән ҡайтам, тип китә. Барыһы ла уның ҡайтыуын көтә. Эштә уның тураһында бары тик яҡшы фекерҙәр генә.
"Мин шундай яҡты һәм тормошто яратҡан ҡыҙ үҙ теләге менән үлгәнгә ышанмайым. Ҡысҡырып илайым. Мин ышанмайым", тип яҙа Мордовияла танылған блогер, ул - Анастасия эшләгән салон хужаһы.
Ҡыҙҙың мәйетен тыуған илгә ҡайтарыу өсөн өс миллион һумдан ашыу аҡса талап ителгән. Ярҙамды социаль селтәрҙә бер нисә көн эсендә йыйғандар. Дуҫтары, туғандары, клиенттары Анастасияны аҡ һәм алһыу раузалар менән оҙатҡан, тип хәбәр ителә.
Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"