Башҡортостанда йәш ҡыҙ юғалған. “Лиза Алерт” ирекмәндәре 19 йәшлек Регина Зекерйәнованы (Хәмиҙуллинаны) эҙләй. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылынан 19 йәшлек ҡыҙ 14 декабрҙә хәбәрһеҙ юғалған.
Ул ҡара болон курткаһы, асыҡ көрән төҫтәге салбар, ҡара ҡышҡы кроссовка һәм ҡыҙғылт-һары башлыҡ кейгән булған. Ҡыҙҙың буйы 155 сантиметр, ҡара-көрән сәсле һәм һоро күҙле.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-800-700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
Фото: "Лиза Алерт".