Бөгөн төшкә ҡарай ауыр яңылыҡ билдәле булды. Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында янғын ваҡытында өс кеше һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, ағас йорт һәм таҡта веранда янып киткән. Уттың дөйөм майҙаны 80 квадрат метр тәшкил итә.
“Утты һүндергән саҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, верандала ике кешенең кәүҙәһе табылды. Һуңғараҡ тағы бер мәйет өй эсендә табылды (енесе һәм шәхесе асыҡлана)”, – тинеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған. Янғын сәбәбе асыҡлана. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының оператив төркөмө, шулай уҡ Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Фото: МЧС.