Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында 15 йәшлек Шамил Ғәлиәскәров юғалған. Был турала “БашРегионСпас” төркөмө хәбәр итә.
Ирекмәндәр әйтеүенсә, үҫмер тураһында 22 декабрҙән хәбәр юҡ. Ял көнө ул өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Бер нисә сәғәттән һуң уны эҙләүгә полиция һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән.
Билдәле булыуынса, юғалған көндә Шамил ҡара-йәшел камуфляж фуфайка, ҡара салбар, камуфляж итек һәм ҡара төҫтәге шапка кейгән булған. Ирекмәндәр әйтеүенсә, Шамил республиканың һәр районында ла булыуы ихтимал.
Әгәр ҙә малай тураһында берәй төрлә мәғлүмәт белһәгеҙ, 112 йәки 8-937-3-102-112 һандары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.
Фото: “БашРегионСпас”.