Башҡортостанда 2024 йыл башынан юл -транспорт хәрәкәтендә 12 бала һәләк булған, тип хәбәр итте телеграм-каналында БР Дәүләт автоинспекция етәксеһе Владимир Севастьянов. 11 ай һөҙөмтәләре буйынса, тағы 475 бәлиғ булмаған төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, республикала “Иғтибар - балалар!” акцияһы башланды. Ул ҡышҡы каникулда уҡыусыларҙың юлдарҙа хәүефһеҙлегенә, иғтибарлылығына йүнәлтелә.
“Балаларҙы ташыу – айырым иғтибар үҙәгендә” , тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Севастьянов.
Фото: ДАИ.