Кисә, 25 декабрҙә иртә менән Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында “Азербайжан авиалиниялары”ның Embraer 190AR пассажир лайнеры авиаһәләкәткә осраны. Баҡы ҡалаһынан осҡан самолет Грозныйға килеп етергә тейеш була, ләкин көслө томан арҡаһында ул ултыра алмай. Экипаж Махачкалаға юл алырға ҡарар итә, тик проблемалар килеп сыға һәм лайнер бейеклеген юғалта башлай. Экипаж курсты Аҡтау яғына үҙгәртә һәм ҡалаға өс километр етмәй ҡолай. Самолеттың эсендә 67 кеше булған, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 29 кеше иҫән ҡалған. Кешеләрҙең 37-һе Азербайжан граждандары, 16 кеше Рәсәйҙән, алты Ҡаҙағстан гражданы һәм өс Ҡырғыҙстан вәкиле булған.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, авария самолеттың ҡоштар тубы менән бәрелеүе арҡаһында килеп сыға. Шулай уҡ бортта кислородлы баллон шартлаған тигән хәбәр ҙә бар.
Нисек кенә булмаһын, пилоттар ауыр шарттарҙа самолетты ултыртырға һәм бәрелеште мөмкин булғанса йомшартырға тырыша. Ошондай ҡурҡыныс һәләкәт һөҙөмтәһендә кешеләрҙең иҫән ҡалыуы – бәхетле осраҡ, ти белгестәр. Шуныһы, самолеттың “ҡойроғонда” йәғни артта ултырған кешеләр тере ҡалған, сөнки төп бәрелеште самолеттың алғы өлөшө үҙенә ала.
Ҡолағандан һуң самолет уртаға бүленгән һәм янғын башланған. Ҡаҙағстандың транспорт министры әйтеүенсә, 29 кеше иҫән, 38-е һәләк булған. Азербайжандан булған 37 кешенең 23-ө һәләк булған, 14-е иҫән, Ҡырғыҙстандан өс кеше лә тере, Ҡаҙағстандан булған алты кеше лә һәләк булған. Рәсәйҙән булған 16 пассажирҙың етеһе һәләк булған, туғыҙ кеше иҫән. Иҫән ҡалған кешеләрҙең хәлен табиптар ауыр һәм уртаса ауыр тип баһалай. Араларында ике бала бар. 11 кеше үтә ауыр хәлдә.
Самолет экипажы Азербайжан граждандарынан торған. Уларҙың өсәүһе иҫән ҡалған.
Дөйөм алғанда, әле һәләкәттең аныҡ сәбәптәре билдәле түгел. “Ҡара йәшниктәр” табылған һәм өйрәнелә башлаған.
Фото: Azamat Sarsenbayev/Reuters