26 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссияның һәм төбәктең оператив штабының берлектәге ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә яңы йыл сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, террор хәүефкә ҡаршы махсус структураларҙың һәм сараларҙың әҙерлеге, шулай уҡ 2025 йылға берлектәге эш бурыстары ҡаралды.
– Ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа бөтәһе 1300-гә яҡын яңы йыл ҡаласығы эшләйәсәк, шул иҫәптән 232-е – Өфөлә. Байрамдарҙа ярты миллиондан ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Һәр төрлө сараларҙағы кеүек, беҙҙән халыҡтың күпләп йөрөгән урындарында хәлде тулыһынса контролдә тотоу талап ителә, – тине Радий Хәбиров. – Хәүеф-хәтәргә оператив яуап бирәсәкбеҙ.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко үҙенең сығышында ведомство хеҙмәткәрҙәренең Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы ваҡытында йәмәғәт урындарында хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән бер нисә оператив-иҫкәртеү саралары үткәрәсәген билдәләне.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов халыҡтың янғын хәүефһеҙлеге сараларын үтәүенең мөһимлеге тураһында һөйләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ 2024 йылда Башҡортостан Республикаһының террорға ҡаршы комиссияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тикшерҙе һәм 2025 йылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.
Фото: glavarb.ru