+21 °С
Болотло
Эскән тракторсы өс йәшлек баланы тапатҡан
Ҡот осҡос хәл Йылайыр районында быйыл 24 августа булғайны. Иҫерткес эсемлек эскән ир, водитель танытмаһы булмаған көйө МТЗ-80 тракторына ултыра, өс йәшлек баланы тапата.
Был хәлдән һуң водитель ваҡиға урынынан ҡаса. Ә бала йәрәхәттәрҙән мандый алмай вафат була...
Суд ирҙе алты йылға колония-поселениеға ебәреп, иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған.
Фото: БР буйынса ДАИ матбуғат хеҙмәте