Хәүефһеҙлек
28 Декабрь 2024, 12:00

Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...

Янғын һүндереүселәр утта һәләк булған ҡатындың кәүҙәһен тапҡан.

Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...
Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәре һәм урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы менән берлектә 27 декабрҙә Иглин районының Тау ауылындағы янғынды һүндергән.

69 йәшлек ир янғын ваҡытында йәрәхәтләнгән һәм төтөндән ағыуланған, уны Өфө дауаханаһына оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндергән саҡта бер ҡатын кәүҙәһе табыла.

Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе үткәрә. Янғын һүндереү лабораторияһы эксперттарына йорт, мунса, автомобиль, гараж һәм башҡа йорт яны ҡоролмалары, шул иҫәптән бал ҡорттары ҡышлау өсөн йылытылған бүлмә ни өсөн янғанын асыҡларға тура киләсәк.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.

Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...
Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...
Бал ҡорттарының умарта баҙы ла янған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас