26 декабрҙә кисен Мишкә районының Мишкә ауылында 22 йәшлек водитель “Ауди А6” автомобилендә боҙ ҡаласығы ҡоймаһына барып бәрелгән.
Бәхеткә күрә, авария етди эҙемтәләргә килтермәгән, әммә автомобиль һәм боҙ ҡаласығы зыян күргән.
Ваҡиға урынына килгән Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре егетте тикшергәс, уның алкоголле эсемлек ҡулланып, рулгә ултырғаны асыҡланған.
Баҡтиһәң, ир был осраҡҡа тиклем дә иҫерек килеш транспорт сараһына идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған булған.
Хөрмәтле водителдәр, эскән килеш рулгә ултырмағыҙ! Һеҙ кеше ғүмере өсөн яуаплы!
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Яңы йыл байрамы осоронда йәмәғәт тәртибен эске эштәр бүлектәренең 2,3 меңдән ашыу хеҙмәткәре, шәхси һаҡ ойошмаларының 150 вәкиле һәм профилле йәмәғәт берекмәләренән 800 кеше күҙәтәсәк.
Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Валерий Олейник хәбәр итте.
– Шулай уҡ байрам саралары урындарында юл-патруль хеҙмәте составы арттырыласаҡ, — тип билдәләне ул.
Фото сығанағы: https://t.me/bash_gibdd/6970.