+21 °С
Болотло
Көньяҡ Кореяла пассажир самолеты һәләкәткә осраған, ҡорбандар бар тиелә телеграм каналдарҙың береһендә.
«Jeju Air авиакомпанияһы лайнеры осоу-ултырыу һыҙаты эргәһенән осоп үткән һәм Муан аэропортындағы ҡоймаға бәрелгән, һөҙөмтәлә кәм тигәндә 28 кеше һәләк булған.
Бортта 181 кеше, шул иҫәптән пассажирҙар һәм экипаж ағзалары булған. Яҡынса версия буйынса, Бангкоктан килгән лайнерҙың һәләкәткә осрауының сәбәбе булып ҡоштар менән бәрелеш тора, ул шассиға зыян килтергән».