Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2024, 10:00

Машина күперҙән йылғаға осоп, ике кеше һәләк булған

Яңы йыл байрамы алдынан фажиғәле хәл теркәлгән.

Машина күперҙән йылғаға осоп, ике кеше һәләк булғанМашина күперҙән йылғаға осоп, ике кеше һәләк булған
Машина күперҙән йылғаға осоп, ике кеше һәләк булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл байрамдары мөғжизәләр генә бүләк итмәй шул. Бөгөн төндә Әбйәлил районының Хәлил ауылы янында фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. "Ситроен" автомобиле водителе руль менән идара итә алмай, күперҙән йылғаға осҡан. Машинала өс кеше булған.

Бер пассажир автомобилдән үҙаллы сыға алған. Ул водитель менән икенсе пассажирҙы ла алып сығырға тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ҡотҡарып булмаған. Иҫән ҡалған пассажир әлеге ваҡытта дауаханала.

Яңы йыл байрамдары һәм оҙайлы ял көндәрендә юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, иҫерткес эсемлектәр эсеп, руль артына ултырмағыҙ!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас