Хәүефһеҙлек
1 Ғинуар 2025, 12:00

Бер юлы 12 автомобиль...

Водителдәр ауыр хәлдә ҡалған.

Бер юлы 12 автомобиль...Бер юлы 12 автомобиль...
Бер юлы 12 автомобиль...

31 декабрҙә Бөрө районында Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлының 96-сы саҡрымында күмәк транспорт саралары ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бер километр юл арауығында 12 автомобиль ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер кем дә ҡазаланмай. Транспорт саралары механик зыян күрә. Авария урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр белгестәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәре асыҡлана.

Республиканың күп райондарында әлеге ваҡытта һауа шарттарының боҙолоуы – ҡар яуыуы, елдең көсәйеүе, температураның түбәнәйеүе күҙәтелә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ.

– Һауа шарттары насар булғанда водителдәрҙе алыҫ юлға сығыуҙан тыйылырға саҡырабыҙ. Әгәр юлда булһағыҙ, транспорт сараһы менән идара иткәндә бик һаҡ, иғтибарлы булырға кәрәк. Бындай һауа торошонда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа, автомобилде алып китеүгә килтергән киҫкен маневрҙарға, ҡапыл туҡтауҙарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк.

Йәйәүлеләргә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар йөрөтөргә һәм юлда билдәләнгән урындарҙан ғына үтергә кәңәш итәбеҙ. Ҡатмарлы хәл килеп тыуһа, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип иҫкәртте Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов.

Хөрмәтле водителдәр, юлдарығыҙ имен, ялдарығыҙ матур үтһен! Иң мөһиме - ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ! 

Фото: @bash_gibdd.

Бер юлы 12 автомобиль...
Бер юлы 12 автомобиль...
Бер юлы 12 автомобиль...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас