Хәүефһеҙлек
1 Ғинуар 2025, 11:00

Иғтибар: һауа торошо нығыраҡ боҙола

Хәбәр итеүҙәренсә...

Иғтибар: һауа торошо нығыраҡ боҙолаИғтибар: һауа торошо нығыраҡ боҙола
Иғтибар: һауа торошо нығыраҡ боҙола

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, елдең көндөҙ секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Шулай уҡ көндөҙ яуым-төшөмдә 500 метрға тиклем күреү мөмкинлеге насараясаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә:

  • электр тапшырыу линиялары, ағастар, реклама таҡталары һәм конструкциялар янында булыуҙан һаҡланығыҙ. Улар янына машина ҡуймағыҙ;
  • руль артында бик һаҡ, уяу булығыҙ. Тиҙлек режимын үтәгеҙ, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм хәүефһеҙ уҙып китеү ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас