Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2025, 07:00

86 йәшлек өләсәйҙе ҡотҡарғандар

Ул улына ҡунаҡҡа килә һәм ҡамалып ҡала...

86 йәшлек өләсәйҙе ҡотҡарғандар86 йәшлек өләсәйҙе ҡотҡарғандар
86 йәшлек өләсәйҙе ҡотҡарғандар

Ҡотҡарыусылар Ҡариҙел районының Сәмай ауылындағы 86 йәшлек ҡатынға ярҙам итә. Ул улында ҡунаҡта булғанда ҡапыл һаулығы насарая. Әммә көслө ҡар яуыу сәбәпле, ауылдан сығыр юл булмай. 

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һауа тултырылған "Славир 9У" судноһында зыян күреүсене эвакуациялай һәм эҙләү-ҡотҡарыу отрядына тапшыра. Артабан өлкән йәштәге өләсәй таксиҙа Өфөгә дауаханаға юллана.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас