Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Был иһә республика юлдарында автомобилдәр хәрәкәтен күпкә ауырлаштырҙы. Ошо айҡанлы республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов юлсыларға мөрәжәғәт итте.
– Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Башҡортостанда күпләп ҡар яуа, автомобиль юлдарының асыҡ участкаларында буран ҡотора. Күреү мөмкинлегенең насарайыуы күҙәтелә, ҡар һырынтылары, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ошо шарттарҙа транспорт саралары менән идара иткәндә мөмкин тиклем иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым. Юлда ҡыйынлыҡтар булмаһын өсөн, алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙың ниндәй ҙә булһа сараға йөрөүен планлаштырған саҡта һауа торошона һәм рәсми социаль селтәрҙәрҙә хәбәр ителгән юлдарҙың торошо хаҡындағы мәғлүмәткә иғтибар итегеҙ. Үҙегеҙҙе хәүеф-хәтәргә ҡуймағыҙ, һауа торошоноң яҡшырыуын көтөгөҙ.
Әгәр юлда булһағыҙ, дистанцияны, тиҙлек режимын үтәгеҙ, үҙегеҙҙең дә, пассажирҙарығыҙҙың да хәүефһеҙлек ҡайыштарының бәйле булыуын контролдә тотоғоҙ, – тип иҫкәртә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре баш ҡалабыҙ урамдарында ла, федераль һәм республика автомобиль юлдарында ла көсәйтелгән режимда хеҙмәтләндерә.
☎ Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының Юл-патруль хеҙмәтендәге айырым махсуслаштырылған батальонының дежур часына – 235-84-02, 233-27-31 йәки Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығындағы ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте дежур часына – 237-84-80, 237-02-02 шылтыратығыҙ.
Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспецияһы яҙаһынан скриншот.