Хәүефһеҙлек
2 Ғинуар 2025, 12:00

Гаражда - ике үҫмерҙең үле кәүҙәһе

Улар автомобиль эсендә ятҡан. Асыҡланыуынса...

Гаражда - ике үҫмерҙең үле кәүҙәһеГаражда - ике үҫмерҙең үле кәүҙәһе
Гаражда - ике үҫмерҙең үле кәүҙәһе

Насар хәбәр Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килде. Гаражда ике үҫмерҙең үле кәүҙәһе табылған. Был турала "Моя Уфа" порталы яҙа. 

Хәбәр ителеүенсә, кәүҙәләр гараж эсендә торған автомобиль эсендә ятҡан. Белгестәр фекере буйынса, улар ишектең ябыҡ, ә машинаның тоҡандырылған булыуы сәбәпле ағыулы газ һулаған. Үҫмерҙәрҙең үлеменең аныҡ сәбәбен әлеге ваҡытта тәфтиш-оператив төркөм асыҡлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябыҡ бинала машинала ағыуланып үлеү – йыш була торған осраҡ. Айырыуса был "тоҙаҡ"ҡа үҫмерҙәр эләгә. Уларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр өйрәтегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә ошондай хатаны ҡабатламағыҙ.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас