Яңы йылдың тәүге көндәрендә республикала 18 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа Дыуан районының Рухтин ауылында ҡаҙанлыҡ бинаһы яна. Янғын һөҙөмтәһендә ике ир ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатыла, унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 50 йәшлеге вафат була. 61 йәшлек ир ауыр хәлдә, уның ғүмере өсөн хәҙер табиптар көрәшә.
Өфө районының Чесноковка ауылында 25 йәшлек ҡыҙ һәм 36 йәшлек ир янып, ныҡ ҡына тән йәрәхәттәре алған, хәҙер улар реанимацияла ята.
Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында пиротехника ҡабыҙғанда йәрәхәтләнеү осрағы теркәлгән. Петарданың ярсығы сәсрәп, 11 йәшлек ҡыҙҙың күҙенә тейә. Уны Өфө ҡалаһының дауаханаһына алып киләләр һәм операция яһайҙар.
Стәрлетамаҡта фажиғәле осраҡ теркәлгән – гараж эсендә автомобилдә ҡотҡарыусылар һәләк булған ике үҫмерҙе тапҡан. Сәбәптәрен һәм шарттарын тәфтиш-оператив төркөм тикшерә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.