Күңел тетрәндергес хәл Ҡаҙағстандың Ҡарҡаралы районында теркәлгән. Тибенлектә йөрөгән ат көтөүе төндә далалағы күл өҫтөнә барып ингән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, боҙ йоҡа булып, улар һыуға төшөп киткән.
Ат өйөрө юғалыуы хаҡында бер ауылда йәшәгән хужалар полицияға хәбәр итә. Аттарҙы 10 төркөм бер нисә көн эҙләй. Аҙаҡ малҡайҙар боҙло күлдә табыла. Хужалар күлдә табылған аттарҙы үҙҙәренеке булыуын таныған.
Әйткәндәй, беҙҙең республикала, айырыуса Урал аръяғы райондарында аттар әле лә тибенлектә йөрөй һәм улар юлдарға сығып, күп осраҡта аварияларға сәбәпсе була.
Сығанаҡ: "Интертат"