+21 °С
Болотло
Өфөлә "Лиза Алерт" отряды ирекмәндәре 33 йәшлек Анастасия Трифонованың юғалыуы тураһында хәбәр итә. Билдәле булыуынса, ҡыҙ 1 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән, шул ваҡыттан алып уны бер кем дә күрмәгән.
Билдәләре: буйы бейек (175 см оҙонлоҡта), ҡаҡса, ҡыҙғылт сәсле. Капюшонлы ҡара куртка, ҡара тиренән тегелгән угги, йәшел спорт салбары кейгән.
Уның ҡайҙа икәнлеге хаҡында мәғлүмәт белгәндәрҙе 8 800 700-54-52 йәки 112 номеры буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Фото: "Башинформ".