Хәүефһеҙлек
5 Ғинуар 2025, 14:00

Дамирҙы эҙләүҙә яңылыҡ бар...

Малайҙарҙы эҙләгәндә биш батҡан кеше табылған...

Дамирҙы эҙләүҙә яңылыҡ бар...Дамирҙы эҙләүҙә яңылыҡ бар...
Дамирҙы эҙләүҙә яңылыҡ бар...

Былтыр март айында юғалған Дамир Әҙеһәмовты һәм уның дуҫын эҙләгән саҡта биш һыуға батып үлгән кешенең кәүҙәһе табылған. Был хаҡта “Башинформ”ға эксклюзив интервьюла Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Алексей Чипчев хәбәр иткән.

“Малайҙы табыу һаманғаса етди бурыс. Барыһы ла ҙур яуаплылыҡ менән үтәлә. Үҫмерҙе барыһы ла ныҡлап эҙләне һәм боҙ ҡапламаһа, әлегә тиклем һыуҙа эҙләүҙе дауам итерҙәр ине. Минең подразделение көн һайын сығып торҙо, һауа шарттарынан сығып, төрлө техника төрҙәрен йәлеп итте. Биләмә ҙур, эҙләүҙе бик күп сүп-сар, ҙур бүрәнәләр, йәйге ташҡын ҡатмарландырҙы. Тәүге малайҙы минеңсе ҡотҡарыусыларым тапты. Ул саҡта көслө ямғыр яуа ине, улар яйлап ҡына яр буйын тикшерҙе һәм һыуҙа куртка күреп ҡала. Бәлки, ямғыр арҡаһында бер аҙ йылытып, кәүҙә өҫкә күтәрелгәндер. Шулай уҡ уның нимәгәлер эләгеүе ихтимал, шуға күрә алыҫҡа ағым менән китмәгәндер. Бында 100 процентлыҡ яуап юҡ. Ул саҡта Дамир ҙа яҡындалыр тигән өмөт барлыҡҡа килде һәм шул тирәне нығыраҡ итеп эҙләнек. Тик ул килеп сыҡманы. Иртәме, һуңмы, табылыр тип ышанабыҙ”, – тигән ул.

Йылғаларҙы боҙ ҡаплай башлағас Дамир Әҙеһәмовты эҙләү туҡтатылды.

“Эшләү хәүефле, ләкин әле һаман егеттәр һыу мендәрле карапта сыға, ярҙарҙы тикшереүен дауам итә. Эҙләү башланғандан алып биш кешенең кәүҙәһен таптыҡ. Бәғзеләре хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнде, кемдер үҙ ирке менән ошондай өмөтһөҙ аҙымға барған, ә кемдер бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк булған”, – тине ул.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас