Хәүефһеҙлек
5 Ғинуар 2025, 16:15

Иғтибар: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Ҡапыл ныҡ һыуытасаҡ

Иғтибар: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәИғтибар: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә
Иғтибар: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 6 ғинуарҙа, төндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Һауа температураһы төндә -5-10 градус, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа -15 градус. Көндөҙ -4, -9 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Алдағы көндәрҙә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. 8 ғинуарҙа төндә ҡайһы бер райондарҙа -23 градусҡа тиклем һыуыта.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас