Белорет районының Егәҙе ауылы халҡы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәренә металл вагон-көнкүреш вагоны яныуы һәм уның эсендә кеше күреүҙәре тураһында хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәр һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы килгәндә 15 квадрат метр майҙан тәшкил иткән вагонды ут ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ир кәүҙәһе табыла, уның кем булғанын асыҡлайҙар. Ваҡиға, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшреүесеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Йыл башынан Башҡортостанда 58 янғын сыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа дүрт кеше һәләк булған, өс кеше йәрәхәтләнгән.
Йылдың һалҡын осоронда электр приборҙарын файҙаланғанда һәм мейестәрҙе яндырғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле янғындар һаны арта.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә!
Һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылығығыҙ! Шуға күрә лә ут менән һаҡ эш итегеҙ.
Фото: https://t.me/bdtprb/68261.