Көйөргәҙе районында йәшәгән бер ир мутлашыусылар тәьҫирендә ете миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.
Ул полицияға мөрәжәғәт итеп, быйыл августа уҡ уға билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, үҙҙәрен кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырыуын һөйләгән. Сим-картаның ғәмәлдә булыуын оҙайтыу һылтауы менән аферисттар уның Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген ала. Һуңынан билдәле алдау схемаһы буйынса банктарҙың ялған хеҙмәткәрҙәре ҡушыла, улар ирҙе кредиттарҙы уйлап сығарылған мутлашыусыларға ҡарағанда тиҙерәк рәсмиләштерергә һәм аҡсаны “хәүефһеҙ” иҫәптәргә күсерергә күндерә. Ғариза биреүсе 800 мең һум шәхси тупланмаһынан һәм төрлө финанс учреждениеларында алған алты миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Полиция иҫкәртә, хоҡуҡ һаҡлау органдары, кәрәҙле элемтә операторҙары йәки банктар хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да смс-хәбәрҙән йәки картанан өс һанлы кодты әйтеүҙә, аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереүҙе һорамай!
Әгәр һеҙгә шылтыратып, үрҙә һанап үтелгән “белгестәрҙең” береһе, йәки һеҙҙең танышығыҙ, етәксегеҙ, туғанығыҙ тип таныштырһа, трубканы һалығыҙ! Тәрән тын алығыҙ, тынысланығыҙ һәм үҙегеҙҙең номерҙан был кешеләргә үҙегеҙ шылтыратып, бәйләнешкә инегеҙ.
Әгәр һеҙ мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуығыҙҙы аңлаһағыҙ, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: https://t.me/mvd_rb/14740.