Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы Ҡариҙел районының Тайҡаш ауылындағы шәхси йортта 40 квадрат метр майҙанда янғынды һүндергән. Үкенескә күрә, утты һүндергән саҡта 42 йәшлек ирҙең мәйете табылған.
Янғын сәбәптәре асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе алып бара.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә:
- электр ҡорамалдарының боҙолоуын, ярылғанын һәм туҙыуын даими тикшереп тор;
- электр сымын монтажлауҙы белгестәргә ышанып тапшыр;
- селтәргә артыҡ көс төшөрмә;
- йортоңа янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор урынлаштыр, ул тауыш ярҙамында хәүеф тураһында иҫкәртер;
- янғынды һүндереү ҡоролмаһын һатып ал: ул янғынды иртә стадияла еңеп сығырға ярҙам итер.
Фото: МЧС.