Кеше яҙмыштарынан яҡшы фәһем алырға мөмкин. Бигерәк тә атай-әсәйҙәрҙең тәрбиәһе ҡиммәт. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың яҙмаһы ла ошо хаҡта.
“Үткән поста ҡайһы берәүҙәр атайым тураһында һөйләүемде һәм фотоһын күрһәтеүемде һораны. Ул бик иртә, 57 йәшендә вафат булды. Мин әле студент инем.
Ул белемле ине, күп уҡыны, ҡулы оҫта булды. Миңә һәр ваҡыт: “Улым, кешенең әйберенә теймә, кешене илатма”, – тип әйтә ине. Ул һәр ваҡыт кешеләргә ихлас ярҙам итте.
80-се йылдар башында беҙ атайым менән төндә, киске һауындан һуң, колхоз һыйырҙарын көттөк. Арбала күрше Әлимғол (Кәкүк) ауылынан Заһирә инәй Әлмөхәмәтованың флягалар менән йөрөгәнен ишеткәнебеҙ булды. Ул ауыл халҡынан йыйылған һөттө алып килә һәм уларҙы Ерекле шишмәһе буйындағы будкала ҡалдыра. Атайым һәр ваҡыт: “Улым, ярҙам итәйек, флягалар ауыр“, – тип әйтә ине. Һәм беҙ арбанан 40 литрлыҡ флягаларҙы шишмәгә һөйрәп алып барабыҙ. Ул ҡыуана. Атайым миңә уның ире Фәйзрахмандың яҡшы кеше булыуы тураһында һөйләне. Иртән уны арба менән ҡыҫылған хәлдә үле килеш табалар. Атайым уны үлтергәндәр тип уйлай, милиция тикшереп тормаған.
Икенсе миҫал. Был хаҡта миңә ауылыбыҙҙың оло йәштәге кешеләре һөйләне. Был 70-се йылдарҙа була. Беҙҙең колхозға Күгәрсен районы етәкселеге килә. Колхозсыларҙы йыйып, депутатлыҡҡа һайлауҙа аныҡ кеше өсөн тауыш бирергә ҡушалар. Атайым һүҙ алып: “Беҙ уны белмәйбеҙ бит, бер ҡасан да күрмәнек һәм ишетмәнек. Исмаһам, ул беҙгә килһен, уны күрәйек. Уның кем икәнен белмәйенсә, нисек тауыш бирәйек”, – тип әйткән.
Атайымдың был һүҙҙәрен бер ҡасан да онотмайым һәм кешеләр менән йышыраҡ осрашырға һәм уларға ярҙам итергә тырышам. Икенсе тапҡыр атайыма бәйле тағы ла бер фәһемле хикәйә яҙырмын. Ул мине бөтә нәмәгә өйрәтте. Уның дәрестәре тормошта ярҙам итә. Атайҙарҙы һаҡлағыҙ!
Барығыҙға ла яҡындарығыҙ менән яҡшы ялдар теләйем!” – тип уртаҡлашты Зариф Закир улы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Фото: vk.com/bayguskarov_z_z.