Социаль селтәрҙә республика юлдарында күҙ асҡыһыҙ буран булыуы хаҡында видеояҙма һалалар. Был ысынлап та шулай. Ошо хаҡта республиканың Дәүләт автоинспекцияһы ла иҫкәртә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һауа торошоноң боҙолоуы, епшек ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ һәм көслө ел күҙәтелә.
Водителдәргә насар күреү мөмкинлеге булған шарттарҙа хәрәкәт иткәндә хәүефле хәрәкәттәрҙән, бигерәк тә ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле аҙымдарҙан тыйылырға кәрәк. Хәрәкәт тиҙлеге аныҡ һауа шарттарына һәм юл шарттарына тап килергә тейеш. Автомобилдең техник торошона иғтибар итегеҙ.
Йәйәүлеләргә юлды иғтибарлы үтергә кәңәш ителә, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Юлда ауыр хәлгә эләккәндәр тәүлек әйләнәһенә республиканың Дәүләт автоинспекцияһына - 8 (347) 235-84-02, 233-27-31 номерҙары буйынса шылтырата ала. Юлығыҙ имен булһын!
Онотмағыҙ: бындай күҙ асҡыһыҙ буранда өйҙә ултырыу яҡшыраҡ.
Фото: скриншот.