Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2025, 17:00

Иғтибар: балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ!

Боҙло ямғыр, ел һәм көслө буран көтөлә...

Иғтибар: балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ!Иғтибар: балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ!
Иғтибар: балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ!

Төндә Башҡортостанда урыны менән ҡар һәм епшек ҡар, буран, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, елдең секундына 16-20 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • Көслө ел иҫкәндә реклама конструкцияларынан, электр сымдарынан һәм ағастарҙан мөмкин тиклем алыҫ тороғоҙ.
  • Балаларҙы урамға яңғыҙ сығармағыҙ!
  • Транспортта хәрәкәт иткәндә бик һаҡ булығыҙ һәм тиҙлекте кәметегеҙ! Алда барған машина менән араны арттырығыҙ, ҡайышты бәйләргә онотмағыҙ. Ҡатмарлы участка йәки боролош алдынан алдан хәрәкәт тиҙлеген кәметегеҙ.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас