Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2025, 06:00

Иғтибар: республикала өс йүнәлештә юлдар ябылды!

Әлегә был тарафтарға юлға сыҡмай тороғоҙ, бер нимә күренмәй.

Иғтибар: республикала өс йүнәлештә юлдар ябылды!Иғтибар: республикала өс йүнәлештә юлдар ябылды!
Иғтибар: республикала өс йүнәлештә юлдар ябылды!

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса  Баш идарлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттары насар – ҡар, буран, ел, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең насар булыу сәбәпле, Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 33 – 150 километр арауығында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондарында) бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт туҡтатылды.

Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты бөгөн 12:00 сәғәткә тиклем.

Шулай уҡ һауа шарттары насар булыу сәбәпле, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 67 – 222 километрында (Архангел һәм Белорет райондарында) йөк һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәтенә сикләү индерелде.

Хәрәкәтте сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты 14:00 сәғәткә тиклем.

Р-240 федераль юлында Дубки ауылынан Ашҡаҙарға тиклем пассажир һәм йөк автотранспорты өсөн дә хәрәкәт сикләнгән тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас