Хәүефһеҙлек
9 Ғинуар 2025, 18:20

Республикала биш йүнәлештә юлдар ябылды!

Бындай ҡар-буранда автомобилдә йөрөү түгел, ә тышҡа сығыуы ҡурҡыныс - ел осороп алып бара.

Республикала биш йүнәлештә юлдар ябылды!Республикала биш йүнәлештә юлдар ябылды!
Республикала биш йүнәлештә юлдар ябылды!

Бөгөн, 9 ғинуарҙа, һауа шарттары насарайыуға бәйле республика юлдарында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, түбәндәге автомобиль юлдарында йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде:

⛔ бөгөн 16.30 сәғәттән 10 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының 56 – 98-се километр арауығында.

⛔ бөгөн 19.30 сәғәттән 10 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем Красный Холм – Нефтекама автомобиль юлының 0 – 53-сө километр арауығында.

⛔ бөгөн 20.00 сәғәттән 10 ғинуарҙың 02.00 сәғәтенә тиклем Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 27 – 272-се километр арауығында.

⛔ бөгөн 20.00 сәғәттән 10 ғинуарҙың 02.00 сәғәтенә тиклем М-5 “Урал” автомобиль юлының 1194 – 1780-се километр арауығында.

бөгөн 20.45 сәғәттән 10 ғинуарҙың 08.00 сәғәтенә тиклем Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 0 – 133-сө километр арауығында.

Сикләүҙе бөтөрөү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.

Дәүләт автоинспекцияһының шәхси составы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Бындай ҡар-буранда автомобилдә йөрөү түгел, ә тышҡа сығыуы ҡурҡыныс - ел осороп алып бара. Шулай булғас, яҙмышты һынамайыҡ - әлегә юлға сыҡмай торайыҡ.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас