Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының (Тәтешле районы) 56 – 98-се километр арауығында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләү индерелде.
Хәрәкәтте сикләү ваҡыты әлегә 10 ғинуарҙың 07.00 сәғәтенә тиклем ҡуйылған.
Уңайһыҙ һауа шарттары башланыуға бәйле бөгөн 16.15 сәғәттән Р-240 автомобиль юлында 27 километрҙан (Булгаков ҡасабаһы) 112 километрға тиклем (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү индерелә. Сикләүҙе алыу тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәктәр.
Бынан алда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының 33 – 150 километр-се арауығында (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондарында) индерелгән сикләүҙәр алынды.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү эшмәкәрлеген алып бара, юлдарҙағы хәлде күҙәтеүҙе дауам итә.
Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Дәүләт автоинспекцияһының дежур часына шылтыратырға мөмкин: 235-84-02, 233-27-31.
Фото: https://t.me/bash_gibdd/7011.