Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йылдың тәүге эш көнө ауыр хәбәрҙән башланды. Бөгөн таңда Әбйәлил районының Амангилде ауылында янғын сыҡҡан.
Үкенескә күрә, был юлы ла янғын ҡорбанһыҙ үтмәгән, утты һүндергән саҡта 1968 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Уның йорт хужаһы булыуы асыҡланған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, янғын сәбәптәре асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы граждандарҙы ут менән һаҡ булырға, боҙоҡ электр ҡорамалдарын, мейесте ҡулланмаҫҡа, балаларҙы һәм яңғыҙ йәшәгән өлкәндәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, "101" һәм "112" телефондары аша шылтыратып, ярҙам саҡырығыҙ.
Фото: "Абзелил" гәзите.