Хәүефһеҙлек
11 Ғинуар 2025, 15:00

Бер юлы алты бүре килгән, этте ашағандар...

Межгорье ҡалаһында йәшәүселәрҙе социаль селтәрҙә таратылған мәғлүмәт ҡурҡытҡан

Бер юлы алты бүре килгән, этте ашағандар...Бер юлы алты бүре килгән, этте ашағандар...
Бер юлы алты бүре килгән, этте ашағандар...

Межгорье ҡалаһында йәшәүселәрҙе социаль селтәрҙә таратылған мәғлүмәт ҡурҡытҡан. Ҡаланың Геологтар урамында, “Пляж” районында, алты бүренән торған өйөр видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Йыртҡыстар бер этте ашаған, тип яҙалар социаль селтәрҙә. Был мәғлүмәтте бер нисә киң мәғлүмәт сараһы баҫтырып сығарып өлгөрҙө.

Был мәғлүмәткә ҡарата Межгорье ябыҡ автономлы территориаль округ хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән аңлатма биргәндәр.

“Ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә ҡуйылған урам видеокүҙәтеү камералары автоматик рәүештә бөтә мәғлүмәтте диспетчер хеҙмәтенә тапшыра. Был районда, Геологтар урамында, камералар юҡ. Йәғни социаль селтәрҙәрҙә таратылған фото Межгорьела ошо урамда төшөрөлгән тип ышаныслы раҫларға ярамай. Әммә ҡаланың Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, бындай осраҡтар булыуы мөмкин. Шуға күрә хакимиәт Межгорье халҡынан ҡалала күргән ҡырағай хайуандар тураһында мәғлүмәтте тиҙ арала Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә йәки туранан-тура хакимиәткә ебәреүҙәрен һорай”, – тип белдерҙе ҡала хакимиәте хеҙмәткәре Дмитрий Поздеев.

Фото: видеояҙманан күсермә.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас